+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Января 2022, 10:58

Шәхси вертолет ҡазаға юлыҡҡан

Благовещен районы биләмәләрендә шәхси вертолет ҡазаға юлыҡҡан. Ул Өфөнән Нуриман районының Павловка ауылына осҡан. Һәләкәт арҡаһында  кешеләр һәләк булған.

Шәхси вертолет ҡазаға юлыҡҡанШәхси вертолет ҡазаға юлыҡҡан
Шәхси вертолет ҡазаға юлыҡҡан

Благовещен районы биләмәләрендә шәхси вертолет ҡазаға юлыҡҡан. Ул Өфөнән Нуриман районының Павловка ауылына осҡан. Һәләкәт арҡаһында  кешеләр һәләк булған.

Ваҡиға хаҡындағы хәбәр бөгөн, йәғни 7 ғинуар көнө алынған. Ҡотҡарыусылар медицина катастрофаһы үҙәге белгестәре менән бергә вертолет ултырған ергә сыҡҡан. Унда тимер техниканы гидравлик ҡорал ярҙамында асып зыян күреүселәрҙе эвакуацияланғандар. Борттағы өс кешенең берәүһе, ҡыҙғанысҡа, хеҙмәткәрҙәр килеп еткәнсә үк вафат булған, шулай уҡ тағы бер кешенең үлеүе хәбәр ителә, ә пилот төрлө тән йәрәхәттәре менән Өфө дауаханаларының береһенә  оҙатылған.

 Республика сығанаҡтары, тәүге һәләк булыусының исем- шәрифтәрен, уның эшҡыуар булыуын һәм  хәйриәлек эшен алып барыуын да хәбәр итә.

Ә фажиғә буйынса транспорт прокуратураһы тикшереү башлаған. Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас