+21 °С
Облачно


Башҡортостандың коммуналь хеҙмәттәре был көндәрҙә төрлө һауа шарттарына әҙерлек режимында эшләй.. Бер тәүлектә республикала ҡар таҙартыуға 1248 берәмек техника, 2 меңдән ашыу юл таҙартыусы йәлеп ителгән, барлығы 565 тоннанан ашыу ҡар сығарылған.
Ошо арауыҡта юлдан йөрөгәндә, ҡатлы биналар янынан үткәндә һаҡсыллыҡ сараларын күҙәтеү мөһим. Бөтә ерҙә - ихаталарҙы, өй баштарын, ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан, боҙҙан таҙартыу эше бара.