

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда Спорт көрәше буйынса халыҡ-ара үҙәк төҙөү өсөн өлөшләтә финанс бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Ошо ҡарарға ярашлы Рәсәйҙең дүрт төбәгенә физик культура һәм спорт өлкәһендәге эре проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 6 млрд һум аҡса бүленәсәк, шуларҙың 1,1 млрд һумын Башҡортостан өс йыл дауамында аласаҡ. Быйыл һәм киләһе йылда был маҡсатҡа 300-әр мең һум аҡса бүленһә, 2024 йылда ҡалған 500 мең һумы күсәсәк.
Мәғлүм булыуынса, Спорт көрәше буйынса халыҡ-ара үҙәк Өфөнөң Октябрь районында быйыл йәй төҙөлә башланып, 2024 йылда баш ҡаланың 450 йыллығын билдәләүгә сафҡа индерелергә тейеш. Дөйөм майҙаны 30 мең квадрат метр булған спорт үҙәген төҙөү яҡынса 5,3 млрд һумға төшәсәк. Үҙәктә төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендәге спорт сараларын уҙғарыу планлаштырыла. Шулай уҡ бында спорт көрәше мәктәбе, спортсылар һәм тренерҙар әҙерләү үҙәге урынлашасаҡ.
Фото "Башинформ"дан алынды.