

Республикала былтыр Үҫеш корпорацияһы ярҙамында 30 инвестицион проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән. 1200-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырыуға йүнәлтелгән инвестицияларҙың дөйөм күләме 25,7 млрд һумға етә.
Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов билдәләүенсә, корпорацияның төп маҡсаты – төбәктә бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостанда инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн иң популяр йүнәлеш – юл эргәһе сервисы. 30 инвестицион проекттың 20-һе тап ошо йүнәлешкә тура килә. Был проекттарға 2,5 млрд һум инвестиция йәлеп ителә һәм ул 632 яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Башҡортостан биләмәһендә 2020-2024 йылдарҙа юл эргәһе сервисы үҫеше концепцияһына ярашлы республикала яҡынса 1000 объект сафҡа индереләсәк. Ошо уҡ күләмдә объекттар үҙгәртеп ҡороласаҡ.