+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Января 2022, 18:31

Хәл тотороҡло булһа ла, сикләү саралары әле дауам итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабтың 2022 йылдағы тәүге ултырышын үткәрҙе.

Хәл тотороҡло булһа ла, сикләү саралары әле дауам итәХәл тотороҡло булһа ла, сикләү саралары әле дауам итә
Хәл тотороҡло булһа ла, сикләү саралары әле дауам итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабтың 2022 йылдағы тәүге ултырышын үткәрҙе. Унда ковидҡа ҡаршы прививка кампанияһы барышы, вакцинацияланмағандар өсөн яңы йыл байрамдары осоронда сикләү сараларының күҙәтелеүе, мәғариф системаһының ҡышҡы каникулдан һуң пандемия шарттарында эшләүгә әҙерлеге тикшерелде.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, 5 ғинуарға ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 122 950. Тәүлек эсендә инфекция 235 ауырыуҙа асыҡланған. Пандемия башланғандан алып ковидты 113 063 кеше еңеүгә өлгәшкән, 355-е һуңғы тәүлектә дауахананан сыҡҡан. Әлеге мәлдә йоғошло сирҙәрҙән дауаланыусылар өсөн стационарҙарҙа 1 715 койка бүленгән, шуларҙың 33 проценты буш.

Максим Забелин республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинация дауам итеүен билдәләне. 5 ғинуар мәғлүмәттәре буйынса, прививканың беренсе компонентын яһатыусылар – 2 197 234 (вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 88,4 проценты). Вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 2 063 250 (83 процент).  

Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак Башҡортостанда бер аҙна эсендә ковид менән сирләү 34 процентҡа аҙайыуын, ә киҫкен респиратор вируслы ауырыуҙар һәм грипп менән 26,1 процентҡа кәмеүен әйтеп үтте.

Максим Забелин Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе 2022 йылда эшкә әҙер икәнлеген, медицина берлегенең бөтә һынауҙарҙы ышаныслы үтерлек көсө һәм мөмкинлектәре барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 – Беҙ республикала коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло булыуын билдәләйбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта сикләүҙәрҙе алыу өсөн нигеҙ юҡ. Рәсәйҙә “омикрон” йоҡтороу осраҡтары асыҡланған да инде. Тимәк, ул иртәме-һуңмы Башҡортостанға ла килеп етәсәк. Һәм беҙ быға әҙер булырға тейешбеҙ.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Яримов республика мәктәптәренең ҡышҡы каникулдан һуң 17 ғинуарҙа уҡыуҙарҙы башларға әҙерлеге хаҡында еткерҙе. Мәғариф ойошмаларында эпидемиология талаптары үтәлешен 2 196 медицина инспекторы күҙәтәсәк.

– Ата-әсәләрҙең дә, уҡытыусыларҙың да шуны аңлауы мөһим – әгәр бала үҙен насар тоя икән, уның өйҙә ҡалыуы мотлаҡ. Беҙ мәктәптәрҙә сир таралыуына юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова бөтә район-ҡалаларҙа ла яңы йыл саралары санитария-эпидемиология талаптарын ҡәтғи күҙәтеп уҙғарылыуы хаҡында һөйләне.

Кәңәшмә аҙағында республика етәксеһе Сибайҙағы һәм Туймазылағы йоғошло сирҙәр үҙәктәре төҙөлөшөн тиҙләтергә ҡушты, уларҙы билдәләнгән ваҡытта сафҡа индереү зарурлығына баҫым яһаны.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас