+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Января 2022, 08:40

Стәрлетамаҡ районында Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле элеватор төҙөләсәк

Стәрлетамаҡ районында Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле яңы элеватор төҙөләсәк. Заманса элеватор 774 млн һумға төшәсәк. Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министрлығы хәбәр итеүенсә, “Перспектива” идаралыҡ компанияһы филиалының был инвестпроекты өҫтөнлөклө статусын алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Стәрлетамаҡ районында Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле элеватор төҙөләсәкСтәрлетамаҡ районында Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле элеватор төҙөләсәк
Стәрлетамаҡ районында Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле элеватор төҙөләсәк

 

Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министрлығы хәбәр итеүенсә, “Перспектива” идаралыҡ компанияһы филиалының был инвестпроекты өҫтөнлөклө статусын алды. 50 мең тонна иген ҡабул итеүгә иҫәпләнгән элеваторҙа иген киптереү һәм елләтеү комплексы ла урын аласаҡ. Быйыл йыл аҙағында элеваторҙы сафҡа тапшырыу менән районда 50 яңы эш урыны ла булдырыласаҡ. Әлеге көндә инвестор Стәрлетамаҡ районында төҙөлөш өсөн ер һатып алған.     

Фото "Башинформ"дан алынды.             

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас