+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Декабря 2021, 07:01

Яңы йыл каникулдарында поликлиникалар нисек эшләй?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғинуар байрамдарында поликлиникаларҙың, травпунктарҙың, амбулаторияларҙың, вакцинация пункттарының эш тәртибен раҫланы.

Яңы йыл каникулдарында поликлиникалар нисек эшләй?Яңы йыл каникулдарында поликлиникалар нисек эшләй?
Яңы йыл каникулдарында поликлиникалар нисек эшләй?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғинуар байрамдарында поликлиникаларҙың, амбулаторияларҙың, вакцинация, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының эш тәртибен раҫланы.

Министерство хеҙмәткәрҙәре 9 ғинурға тиклем тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Яңы йыл каникулдарында поликлиникалар, дауаханалар һәм вакцинация пункттары түбәндәге эш графигы буйынса кешеләрҙе ҡабул итәсәк:

– 31 декабрҙә – шәмбе графигы буйынса – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 5-кә тиклем, төшкө 4-кә тиклем саҡырыуҙар ҡабул ителә (шул иҫәптән  кисектергеһеҙ ярҙам);

– 1 ғинуарҙа һәм 3–8 ғинуарҙа – байрам көндәре графигы буйынса – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 5-кә тиклем, кисектергеһеҙ ярҙам хеҙмәтенән саҡырыуҙар ҡабул итеү төшкө 4-кә тиклем;

– 2 һәм 9 ғинуарҙа – йәкшәмбе графигы – иртәнге сәғәт 8-ҙән төшкө сәғәт 4-кә тиклем кисектергеһеҙ ярҙам хеҙмәтенән саҡырыуҙар ҡабул итеү, үлем хаҡында белешмә яҙыр өсөн дежур табип эшләйәсәк;

31 декабрҙә һәм 2–9 ғинуарҙа поликлиникаларҙа COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация кабинеттары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем эшләйәсәк;  

Льгота менән файҙаланыусылар дарыуҙарҙы, махсус сәләмәт туҡланыу аҙыҡтарын, медицина кәрәк-ярағын 31 декабрҙә, 1, 3, 8 ғинуарҙа яҙҙырып алыу хоҡуғына эйә.   

 Ашығыс медицина бригадалары, травмпункттар, дежур хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда эшләйәсәк.

Өфөлә тәүлек әйләнәһенә эшләгән өлкәндәр өсөн травпункт адрестары: Өфөнөң 5-се клиник дауаханаһы травпункты (Цюрупа, 84); Өфөнөң 10-сы клиник дауаханаһы травпункты (Горького,47); Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһы травпункты (Лесной проезд,3).

Өфөлә тәүлек әйләнәһенә эшләгән балалар өсөн травпункт адрестары: Республика балалар клиник дауаханаһы (Кувыкина,98); Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһы травпункты, (Свобода, 29); 5-се балалар поликлиникаһы иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 10-ға тиклем ҡабул итә (Жукова,18); 4-се балалар поликлиникаһы иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 10-ға тиклем ҡабул итә (Орджоникидзе,15).

Күҙҙәрҙе йәрәхәтләгәндә мөрәжәғәт итеү өсөн адрестар (тәүлек әйләнеһенә ҡабул итәләр): Өфөнөң 10-сы клиник дауаханаһы травпункты (Кольцевая,47); Өфө күҙ ауырыуҙары травмпункты (Аврора,14).

Теш ауыртыуы менән яфаланыусыларҙы түбәндәге адрестарҙа (ОМС полюсы менән) ҡабул итәсәктәр: Өфөнөң 2-се стоматология поликлиникаһы (пр. Октября 105/3); Өфөнөң 7-се балалар стоматология поликлиникаһы (Блюхера 25/1).

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас