

Беҙ, “Башҡортостан ҡыҙы” редакцияһы коллективы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторған бик матур сарала ҡатнаштыҡ. Сара Башҡортостан Республикаһының Милли музейында үтте. Башҡорт эпостарына арналған квиз-викторинала бөтәһе 12 команда көс һынашты. Үҙебеҙҙе бер аҙ имтихан алдында кеүек тә хис иттек, буғай, йөрәк күкрәктән сығырҙай булып “дөпөлдәй” ине. Тырышып зиһенебеҙҙе эшкә егеп, иҫебеҙҙе йүгәнләп, хәтеребеҙҙе яңыртып, белемебеҙҙе “тоҙламауыбыҙға”инандыҡ. 3 турҙан торған бәйге һорауҙарына сәмләнеп яуап бирҙек. “Урал батыр” эпосындағы “ Ҡоҙғон” образы ғына барыбыҙҙың да хәтер төпкөлөнә йәшеренгән булып сыҡты, эҙләп таба алманыҡ.
Ошондай матур сараға саҡырыуҙары, үҙ-ара күңелле аралашыу майҙаны булдырғандары өсөн ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Күңел офоҡтарыбыҙ киңәйеп, белем “тоҡсайыбыҙ” тағы ла һәлмәгәйеп ҡалғандай булды.