+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Декабря 2021, 06:10

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм сәнғәт оҫталары уңыштары тейешле баһаланды

Йылға йомғаҡ яһағанда бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һәм сәнғәт оҫталарының уңыштары мәртәбәле исемдәр һәм дәүләт наградалары менән билдәләнде.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм сәнғәт оҫталары уңыштары тейешле баһаландыМәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм сәнғәт оҫталары уңыштары тейешле баһаланды
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм сәнғәт оҫталары уңыштары тейешле баһаланды

Йылға йомғаҡ яһағанда бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һәм сәнғәт оҫталарының уңыштары мәртәбәле исемдәр һәм дәүләт наградалары менән билдәләнде.  

Наградаларҙы Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы.

"Айҙар" театр-студияһы директоры Айҙар Ғәлимовҡа тармаҡты үҫтереүҙә күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Рәсәй мәҙәниәт министрының рәхмәте иғлан ителде.

"Башҡортостандың халыҡ артисы" исеменә – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы Дилара Иҙрисова, Милли йәштәр театры актрисаһы Эльмира Саматова, республиканың Дәүләт академия хор капеллаһы артисы Рәйес Шәрәфетдинов;

"Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" исеменә - "Туған тел" телеканалының алып барыусыһы Айгөл Ғабдуллина, "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең балет артистары Салауат Исҡужин, Вилнара Йәнтүрина, Азат Юланов, вокалсыһы Илшат Шәйхуллин, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры артисы Юрий Кочетыгов, Дәүләт академия хор капеллаһы артистары Людмила Локошко, Алла Щербакова, "Заман" Рәсәй музыкаль төркөмө етәксеһе, "Башҡортостан яҡташлығы" идараһы ағзаһы, "Башҡорт мәҙәни үҙәге" директоры Радмир Мөфтәхин, Башҡортостандың Милли симфония оркестрында эшләүселәр – валторнасы Сафа Сөләймәнов, альтсы Гөлшат Усманова, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш рәссамы Иван Складчиков;

"Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" исеменә - Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының балетмейстер-ҡуйыусыһы Рәмизә Мөхәмәтшина, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Азамат Хәсәншин;

"Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы" исеменә - рәссам, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Михаил Спиридонов;

"Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы" исеменә Республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова лайыҡ булды.

Дәүләт наградаларынан тыш, ҡайһы бер мәҙәниәт эшмәкәрҙәре шәжәрәне өйрәнгәне, пропагандалағаны, "Тамға" конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Республика Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Автор:
Читайте нас