+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Декабря 2021, 04:07

Байрам өҫтәле – 6743 һум

Башҡортостан статистика идаралығы Яңы йыл өҫтәлен әҙерләүгә сығымдарҙы һанап сығарған.

Байрам өҫтәле – 6743 һумБайрам өҫтәле – 6743 һум
Байрам өҫтәле – 6743 һум

Башҡортостан статистика идаралығы Яңы йыл өҫтәлен әҙерләүгә сығымдарҙы һанап сығарған.

Дөйөм алғанда, байрам табыны өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаһы 13 процентҡа ҡыйбатланған. Дүрт оло кеше һәм бер баланан торған ғаиләгә Яңы йыл өҫтәле 6743 һумға төшәсәк.

"Оливье" салаты өсөн - 348,9 һумлыҡ (11 процентҡа ҡыйбат), “Тун аҫтындағы сельд” өсөн 188,9 һумлыҡ (26,5 процентҡа) ризыҡ тупламаһы кәрәк.

Бигерәк тә ныҡ балыҡтан эшләнгән тоҙланған һәм ыҫланған деликатестар, ҡыҙыл ыуылдырыҡ, торт, шампан, картуф, ҡыяр, тауыҡ ите ҡыйбатланған. Шул уҡ ваҡытта апельсинға, лимонға, һуттарға һәм коньякка хаҡтар төшкән.  

Автор:
Читайте нас