

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыл йомғаҡтарына арналған ҙур интервьюһында коронавирусҡа ҡаршы вакцинация тураһында һөйләгәндә үҙенең прививканы дүртенсе тапҡыр яһатыуын билдәләп үтте.
“Минең ауырырға теләмәйем, сөнки сирҙең эҙемтәләрен яҡшы беләм. Бынан тыш, өйөмдә бик бәләкәй балалар бар, мин сәләмәт булырға тейешмен”, – тине республика етәксеһе.
Ул республикала 2 миллион 178 мең кеше вакцина эшләтеүен, ләкин коллектив иммунитет булдырыу өсөн 2 миллион 400-450 мең кешегә прививка яһатыу мөһимлеген әйтеп китте.
“Беҙ был күрһәткескә етеп киләбеҙ”, – тип өҫтәне Радий Хәбиров.
“Омикрон” штамы хаҡындағы һорауға яуап биреп, ул ковидтың был төрө республикаға ла килеп етәсәген билдәләне. “Уның хаҡындағы ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр борсолоу тыуҙыра. “Омикрон”, һис шикһеҙ, беҙгә лә килеп етәсәк. Рәсәйҙә ул бар ҙа инде. Республикала әлегә уны йоҡтороу осраҡтары теркәлмәгән. Республика халҡының күп өлөшө вакцинацияланған булыуы беҙҙе көслөрәк итә”, – тине Башҡортостан Башлығы.