+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Декабря 2021, 05:32

“Башҡорт ихатаһы” программаһы мөһим

Радий Хәбиров Башҡортостандың 2021 йылғы үҫешенә йомғаҡ яһап, республиканың ҡаҙаныштары, хәл итәһе мәсьәләләре һәм киләсәккә пландары хаҡында һөйләгәндә, “Башҡорт ихаталары” программаһын артабан да уңышлы ғәмәлгә ашырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Башҡорт ихатаһы” программаһы мөһим“Башҡорт ихатаһы” программаһы мөһим
“Башҡорт ихатаһы” программаһы мөһим

 

Радий Хәбиров Башҡортостандың 2021 йылғы үҫешенә йомғаҡ яһап, республиканың ҡаҙаныштары, хәл итәһе мәсьәләләре һәм киләсәккә пландары хаҡында һөйләгәндә, “Башҡорт ихаталары” программаһын артабан да уңышлы ғәмәлгә ашырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Беҙ "Башҡорт ихаталары" программаһы ярҙамында бөтә республиканы йәмләндерергә иҫәп тотабыҙ. Мин Башҡортостандың Башлығы булғас та, республика картинаһын аныҡ төҫмөрләй инем инде. Тәүге йылда беҙ 400 “Башҡорт ихатаһын” төҙөкләндерҙек, унан – 300, артабан тағы 128 күркәм биләмә өҫтәлде. Был бит аҡса. Уңайлы мөхит булдырыу, парктарҙың дизайнын ҡороу эше менән яратып шөғөлләнәм. Хәтерегеҙҙәлер, Өфөләге “Беренсе Май” мәҙәниәт һәм ял паркы, унан Ишимбай, Бәләбәй ҡалалары... Һанай китһәң, улар бик күп. Халыҡ быларҙы яратып, рәхмәтле булып ҡабул итә. Беренсе йыл ҡала һәм район биләмәләрен күркәмләндереү буйынса байтаҡ ауырлыҡтар тыуғайны: алдашыуҙар, сифатһыҙ төҙөкләндереү, кадрҙар мәсьәләһе менән яңылышлыҡтар. Икенсе йылына эш бер аҙ көйләнде. Быйыл – яҡшыраҡ. Мөмкинлектәр табылһа, артабан да ошо йүнәлештә дауам итәсәкбеҙ. Тәү сиратта иң алама ихаталарҙы төҙөкләндереү күҙ уңында тотола. Бөгөн беҙҙең талаптарҙы аңлаған һәм эштәрен урынына еткереп башҡарған подрядсылар бар... Ә бит тәүҙә балалар бәүелгәсе һәм ҡаты сымдар менән шөғөлләнә башлағас, мине тәнҡитләгәйнеләр... Мин сабыйҙарҙың ғүмерен ҡотҡарып ҡалдым”, – тине республика Башлығы ҙур интервьюһында.   

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас