+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Декабря 2021, 03:20

2022 йылға төп бурыстар билдәләнде

Республика Башлығы Радий Хәбиров 28 декабрҙә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә етеп килгән 2022 йылға бурыстар билдәләне. 

2022 йылға төп бурыстар билдәләнде2022 йылға төп бурыстар билдәләнде
2022 йылға төп бурыстар билдәләнде

Республика Башлығы Радий Хәбиров 28 декабрҙә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә етеп килгән 2022 йылға бурыстар билдәләне. 

Улар эсенә ковидҡа ҡаршы көрәш, үлем кимәлен кәметеү, һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам итеү, хеҙмәт хаҡын арттырыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу, иҡтисад инфраструктураһын киңәйтеү, фәнде үҫтереү, шул иҫәптән ошо тармаҡҡа аҡса һалыу, Өфөнөң 450 йыллығына объекттар төҙөй башлау һәм башҡа оәоштороу һәм ғәмәли саралар инә.

Коронавирус инфекцияһы менән көрәштә һаулыҡ һаҡлау системаһын артабан модернизациялау төп юлдарҙың береһе булып тора.

Иҡтисад өлкәһендә республика Хөкүмәте алдына эш хаҡын күтәреү мәсьәләһе менән шөғөлләнеү, ауыр хәлдә ҡалған предприятиеларға ярҙам күрһәтеү бурыстары ҡуйыла. Бынан тыш, кластерҙарҙы үҫтереүгә, технопарктар ойоштороуға, республикаға инвесторҙар йәлеп итеү өсөн яңы инструменттар булдырыуға һәм башҡа мәсьәләләргә етди иғтибар бүлеү мөһим, тип белдерҙе төбәк етәксеһе.

Автор:
Читайте нас