

Әмир Абдразаков исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының яңы “Яуа ҡарҙар - аҡ ҡарҙар...” ҡыҫҡа метрлы нәфис фильмында ысын бүре киноға төшкән. Картинаның авторы - Вилүрә Иҫәндәүләтова. Был режиссерҙың тәүге нәфис фильмы.
“Яуа ҡарҙар - аҡ ҡарҙар....” нәфис фильмы төпкөлдә, ауыл ерендә йәшәгән бәләкәй ҡыҙ бала хаҡында бәйән итә. Ҡыҙсыҡтың сирләп дауаханаға эләгеүе уның донъяға булған ҡарашын үҙгәртә. Шунда бер эпизодта төп героиня менән төшөүгә ысын бүре талап ителә. Авторҙар уны оҙаҡ эҙләй, иғлан да биреп ҡарай.
Нийаһәт, бүре көтөлмәгән ерҙән табыла. Өфөлә йәшәүсе Алидә исемле ҡыҙ өйөндә бүре балаһын аҫраған. Кира исемле йәнлек хужабикәһен бик ярата, уның бар әйткәндәрен үтәй. Шулай итеп урман йәнлеге хужабикәһе менән киноға килеп эләгә.
Көндәрҙең ҡышҡыса һалҡын булыуы, мул итеп ҡар яуыуы кино өсөн бик ҡулай булған. Фильмды Мәскәүҙән килгән кинооператор Вячеслав Ложковой төшөргән. Ул быға тиклем режиссер Айнур Асҡаровтың “Өс таған”, “Йыл ғаиләһе” фильмдары өҫтөндә эшләгән.