+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Декабря 2021, 02:50

Яңы йыл төнөндә һауа торошо нисек була

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, ҡарлы бурандан һуң, республикала һиҙелерлек һыуыта.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы йыл төнөндә һауа торошо нисек булаЯңы йыл төнөндә һауа торошо нисек була
Яңы йыл төнөндә һауа торошо нисек була

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, ҡарлы бурандан һуң, республикала һиҙелерлек һыуыта.

28-30 декабрҙә һауа температураһы төндә -18,-23 градустан -22,-27 градусҡаса түбәнәйә, аяҙытҡанда -30,-35, көндөҙ -15,-23. Урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин.

Иҫке йылдың һуңғы көнөндә йылыраҡ һауа массаһы ҡыҫымы аҫтында һыуыҡтар сигенә.

Синоптиктарҙың фаразлауына ярашлы, Яңы йыл төнөндә республикала аномаль һауа торошо көтөлмәй. Һауа температураһы -10,-15, урыны менән -20 градусҡа тиклем түбәнәйә. Өфөлә -11,-13 градус була. Яңы йылдың тәүге көнөндә һауа температураһының -6,-11, ә Өфөлә -8,-10 градус була, тип белдерә синоптиктар. Бер аҙ ҡар яуа, урыны менән боҙлауыҡ булыуы ихтимал.

Автор:
Читайте нас