

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 31 декабрҙә ҡала майҙандарында байрам саралары үтә.
22.30 сәғәттә Ленин майҙанында ҙур концерт була. Ул 1 ғинуарға ҡараған 02.30 сәғәткә тиклем дауам итә.
Рус дәүләт академия драма театры алдындағы сәхнәнән башҡорт эстрадаһы артистары һәм ижади коллективтар сығыш яһай. Программала Ратмир Хәсәнов, Ашот Бабаджанов, Динар Фәйзуллин, Фирзинә Абдуллина, Алина Ғатаулилна, “Ант” төркөмө лә бар.
Ленин һәм “Мотор эшләүселәр” мәҙәниәт йорто майҙандарында Яңы йыл салюты атыу ҡаралған. Байрам фейерверктары 1 ғинуарҙа 02.00 сәғәттә күк йөҙөн сағыу уттары менән яҡтыртасаҡ.