+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Декабря 2021, 03:25

Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәле булды

Кисә республика Хөкүмәтендә 2019 һәм 2020 йылдар өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәләрендә Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы тапшырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәле булдыШәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәле булды
Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәле булды

Кисә республика Хөкүмәтендә 2019 һәм 2020 йылдар өсөн әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәләрендә Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы тапшырылды.

Юғары наградаға лайыҡ булдылар:

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы Айбулат Баһауетдинов Марат Кәримовтың “Салауат” хореография постановкаһындағы бейеүе һәм хореография сәнғәтен популярлағаны өсөн;

Азат Вәлитов Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спекталдәрендә Игнат (“Зөләйхә күҙҙәрен аса”), Прометей (“Прометей”), Айсыуаҡ (“Гөлбостан”) ролдәрен башҡарғаны өсөн;

Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар Союзы ағзаһы, дүрт шиғырҙар йыйынтығы авторы Александр Хватков юғары ижади ҡаҙаныштары, Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә һәм йәштәрҙе рухи йәһәттән тәрбиәләүгә индергән өлөшө өсөн.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас