+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Декабря 2021, 18:36

Радий Хәбиров республика Хөкүмәте эшен юғары баһаланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙып барыусы йыл йомғаҡтарына арналған бөгөнгө ҙур интервьюһында республика Хөкүмәте эше хаҡында айырым туҡталып үтте.

Радий Хәбиров республика Хөкүмәте эшен юғары баһаланыРадий Хәбиров республика Хөкүмәте эшен юғары баһаланы
Радий Хәбиров республика Хөкүмәте эшен юғары баһаланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙып барыусы йыл йомғаҡтарына арналған бөгөнгө ҙур интервьюһында республика Хөкүмәте эше хаҡында айырым туҡталып үтте.

 “Хөкүмәт – ул абстракт орган, ләкин ул – иң элек кешеләр. Шунлыҡтан мин етәксе, премьер-министр хаҡында күберәк һөйләргә теләйем. Вазифа башҡарыусы булып тәғәйенләнгәндә үк миңә һәм республикаға билдәле бер тәжрибәгә эйә, үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итә белеүсе һәм улар өсөн яуаплылыҡ тойоусы кеше кәрәклеген аңлай инем. Мин яуаплылыҡты бүлеү яғында. Һәр ваҡыт үҙең хәл итеү һөҙөмтәле түгел, – тине республика Башлығы. – Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ошо сифаттарға эйә”.  

Радий Хәбиров бөтәһе өсөн дә асыҡ кәңәшмәләрҙән тыш, ҡайһы берҙә Андрей Геннадьевич менән эш тәртибендә мәсьәләләрҙе “ҡыҙыу” тикшергән, фекер алышҡан саҡтары ла булыуын әйтеп китте.

“Бөгөн уны һәм бергәләп йыйған коллективты ла баһалайымдыр. Мин республикабыҙ Хөкүмәте эшмәкәрлегенә юғары баһа бирәм. Хөкүмәтебеҙ бик эшлекле, яуаплы. Ҡайһы берҙә бөтәһе лә килеп сыҡмай, әлбиттә, бының сәбәптәре төрлө, шулай уҡ еңелеүҙәр ҙә бар. Ләкин Хөкүмәт ҙур теләк менән эшләй”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас