

2022 йылдағы оҙайлы Яңы йыл каникулдары сәбәпле, ғинуарҙың тәүге көндәрендә бирелергә тейешле пенсия түләүҙәре быйыл декабрь аҙағында уҡ түләнеп бөтөргә тейеш. Пенсия түләүҙәре һәм пособиеларҙы аванслау өсөн аҡсаларҙың күпмелер өлөшө күсерелде, тип хәбәр итәләр Пенсия фондынан. Һикһән йәше тулған пенсионерҙарға пенсия страховкаһы индексацияланып түләнәсәк.
2022 йылда страховка пенсияларын индексациялау 5,9 процент тәшкил итәсәк. Был хаҡта Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков белдергән.
“Йыллыҡ инфляцияның күләме яҡынса 5,8 процент тәшкил итә. Шуны иҫәптә тотоп, 2022 йылда планлаштырылған индексация 5,9 процент самаһы ҡаласаҡ. Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы күләме эшләмәүсе пенсионерҙар өсөн киләһе йылда – 18 521 һум, 2023 йылда – 19 477 һум, 2024 йылда 20 469 һум буласаҡ”, – тип билдәләгән Антон Котяков.
Фото "Башинформ"дан алынды.