+8 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Декабря 2021, 08:38

Ковидтан дауалау буйынса яңы рекомендациялар сыҡты

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһын диагностикалау, дауалау һәм профилактикалау буйынса методик рекомендацияларҙың яңы – ун дүртенсе версияһын сығарҙы.

Ковидтан дауалау буйынса яңы рекомендациялар сыҡтыКовидтан дауалау буйынса яңы рекомендациялар сыҡты
Ковидтан дауалау буйынса яңы рекомендациялар сыҡты

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһын диагностикалау, дауалау һәм профилактикалау буйынса методик рекомендацияларҙың яңы – ун дүртенсе версияһын сығарҙы.

Документты йоғошло сирҙәрҙе дауалау, лаборатор диагностика, пульмонология, медицина реабилитацияһы өлкәләрендәге төп эксперттарҙан торған төркөм әҙерләгән. Ул бөтә Рәсәй төбәктәрендә ковид-ауырыуҙарға медицина ярҙамын берҙәм протоколдар буйынса күрһәтеү өсөн тәҡдим ителә.

Яңы редакцияла вирустың иң тиҙ таралыусы төрө тип аталған омикрон штамы тураһында ла пункт бар. Шулай уҡ яңы дарыуҙар: “МИР-19” һәм нирматрелвир+ритонавир тураһында ла мәғлүмәттәр урын алған. Бынан тыш, үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән “Спутник М” вакцинаһы тураһында ла пункт индерелгән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас