-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Декабря 2021, 10:33

Иң ҙур иғтибар – вакцинациялау мәсьәләһенә

Һәр район һәм ҡала башлығы халыҡты коронавирустан вакцинациялау хаҡында 1 февралгә Радий Хәбировҡа отчет бирергә тейеш. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе шулай тип белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң ҙур иғтибар – вакцинациялау мәсьәләһенәИң ҙур иғтибар – вакцинациялау мәсьәләһенә
Иң ҙур иғтибар – вакцинациялау мәсьәләһенә

Һәр район һәм ҡала башлығы халыҡты коронавирустан вакцинациялау хаҡында 1 февралгә Радий Хәбировҡа отчет бирергә тейеш. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе шулай тип белдерҙе.

“15-ләп муниципалитет артта ҡалыусылар сафында, уларҙа халыҡтың яҡынса 60 проценттан кәмерәге вакцинацияланған”, – тине Башҡортостан башлығы.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, 28 декабргә ҡарата Башҡортостанда ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 120 914-кә еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә 304 яңы осраҡ асыҡланған. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 6 131. Стационарҙа ятыусылар – 184, 59-ының хәле ауыр.

Республика халҡының 81 проценттан ашыуы (2 026 697 кеше) вакцинацияны тулыһынса тамамлаған, 201 мең кеше ревакцинация үткән.

“Яңы йыл байрамдарына кәрәк тиклем дарыу тупланған, табиптарҙың дежур тороу графигы төҙөлгән, шулай уҡ ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса федераль түләүҙәр мәсьәләһе хәл ителә”, – тип билдәләне Максим Забелин.

Автор:
Читайте нас