+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Декабря 2021, 06:22

Боҙҙа шыуырға килегеҙ

Өфөнөң Ағиҙел яры буйында боҙ катогы асылды. Ул “Торатау” конгресс холлы аҫтындағы амфитеатр тирәһендә башлана һәм уның оҙонлоғо  12 500 квадрат метр. Боҙҙа шыуыу өсөн балалар, ғаиләләр менән дә килергә мөмкин. Бындай категорияға айырым тариф эшләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Боҙҙа шыуырға килегеҙБоҙҙа шыуырға килегеҙ
Боҙҙа шыуырға килегеҙ

Өфөнөң Ағиҙел яры буйында боҙ катогы асылды. Ул “Торатау” конгресс холлы аҫтындағы амфитеатр тирәһендә башлана һәм уның оҙонлоғо  12 500 квадрат метр. Боҙҙа шыуыу өсөн балалар, ғаиләләр менән дә килергә мөмкин. Бындай категорияға айырым тариф эшләй.

Боҙ катогы асыу тантанаһы артистар ҡатнашлығында үтте. Шулай уҡ конькиларҙа шыуырға теләгән кешеләр өсөн мастер- кластар үткәрелде. Боҙҙоң сифатын йәш хоккейсылар менән берлектә Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Греков та һынап ҡараны.

Боҙ катогы ялһыҙ, дүшәмбенән йомаға тиклем 14 сәғәттән 21 сәғәткә тиклем, ә ял көндәре 22 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Инеү бушлай. Конькиларҙы прокатҡа алырға мөмкин. Хаҡтары ҡулай. Мәктәп уҡыусыларына, студенттарға, хаҡлы ялдағыларға ташлама бар. Шулай уҡ ғаилә тарифы эшләй.

Яңы йыл байрамдары ваҡытында Өфөнөң Ағиҙел ярында мәҙәни- спорт  саралар күп үтәсәк. Шулай уҡ унда йәрминкәләр һәм сауҙа ла ойоштороласаҡ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас