+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Декабря 2021, 03:45

Юлдарҙағы сикләүҙәр ғәмәлдән сыҡты

Тәүлектән ашыу ҡоторонған буран бөгөн төндә тымды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Юлдарҙағы сикләүҙәр ғәмәлдән сыҡтыЮлдарҙағы сикләүҙәр ғәмәлдән сыҡты
Юлдарҙағы сикләүҙәр ғәмәлдән сыҡты

Тәүлектән ашыу ҡоторонған буран бөгөн төндә тымды.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөн 8.15 сәғәткә ҡарата республиканы киҫеп үткән М-5 "Урал", М-7 “Волга” һәм Р-240 Өфө - Ырымбур автомобиль юлдарында кисә индерелгән сикләүҙәр алынған. Транспорт хәрәкәте штатлы режимда башҡарыла.

Көслө буран шарттарында бик күп авария теркәлгән. Юлда ҡамалып ҡалыу осраҡтары булған. Ҡотҡарыусыларға көсөргәнешле шарттарҙа эшләргә тура килгән.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас