+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Декабря 2021, 04:10

Радия Хәбиров йылға йомғаҡ яһай

Иртәгә, 28 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура эфирҙа йылға йомғаҡ яһай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радия Хәбиров йылға йомғаҡ яһайРадия Хәбиров йылға йомғаҡ яһай
Радия Хәбиров йылға йомғаҡ яһай

Иртәгә, 28 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура эфирҙа йылға йомғаҡ яһай.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, һүҙ ҡаҙаныштар, хәл итәһе проблемалар, республиканың үҫеш перспективалары һәм киләсәккә пландар тураһында барасаҡ.

Икенсе йыл пандемия шарттарында йәшәйбеҙ. Был иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтарына ла көсөргәнеш һала. Шуға ҡарамай, Башҡортостан әүҙем үҫешә һәм яңы үрҙәр яулай.  

Төбәк етәксеһе менән интервьюны тура эфирҙа БСТ, Рәсәй 24, Башҡортостан 24, Сәләм телеканалдарында ҡарарға, Юлдаш һәм Рәсәй радиолары аша тыңларға мөмкин.

Башланыу ваҡыты – 19.00 сәғәттә.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас