+13 °С
Ясно


Рәсәй Пенсия фондының хәбәр итеүенсә, ауыл ерендә йәшәгән хаҡлы ялдағылар пенсия аҡсаларына өҫтәлмәләр алыу хоҡуғына эйә. Бының өсөн ведомствоға махсус мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй, финанстар автоматик рәүештә иҫәпләнә.
Пенсия фонды хәбәр итеүенсә, өҫтәлмәнең күләме 25 процент. Уны алыу өсөн тейешле шарттар бар. Дәғүәсенең 30 йыл эш стажы, уның ауылда йәшәүе һәм эшләмәгән пенсионер булыуы мөһим. Шул уҡ ваҡытта хаҡлы ялдағы кеше киләһе йыл ауылдан күсеп китә икән, уның пенсия аҡсаһына өҫтәлмәләре һаҡланасаҡ.