+7 °С
Ясно


Республикала сауҙа әйләнеше күләме йыл аҙағына 1 трлн һумға етеүе ихтимал. Башҡортостанда сауҙа әйләнеше ағымдағы йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында 895.8 млрд һумдан ашҡан. Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 3.4 процентҡа күберәк. Үткән йылда сауҙа әйләнеше, йыл йомғаҡтары буйынса, 912,6 млрд һум булһа, быйыл был күрһәткес Башҡортостанда 1 трлн һумдан ашыр тип көтөлә.
Сауҙа әйләнешенең артыуы, финанс белгестәре фекеренсә, тәү сиратта короновирус пандемияһынан һуң иҡтисадтың яйлап ҡына аяҡҡа баҫып килеүен билдәләй.
Фото "Башинформ"дан алынды.