

Киләһе йылда Башҡортостанда минималь эш хаҡы 14 200 һум күләмендә билдәләнде. Кисә Республика Йортонда минималь эш хаҡы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Яңы йылдан башлап был күрһәткес, район коэффициентын иҫәпкә алмайынса, 14 200 һумдан да кәм булырға тейеш түгел.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, короновирус пандемияһы сәбәпле халыҡтың финанс хәленең ҡатмарлашауын иҫәпкә алғанда, минималь эш хаҡының бер аҙға булһа ла артыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Киләсәктә лә эш хаҡын этаптар менән яйлап күтәреү социаль партнерлыҡ яҡтарының өҫтөнлөклө йүнәлеш иҫәбендә буласаҡ, тип өҫтәне министр.