+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Декабря 2021, 03:55

Журналист Гөлназ Хәйбуллина Президентты башҡорса сәләмләне

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин 17-се тапҡыр ҙур матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

Журналист Гөлназ Хәйбуллина Президентты башҡорса сәләмләнеЖурналист Гөлназ Хәйбуллина Президентты башҡорса сәләмләне
Журналист Гөлназ Хәйбуллина Президентты башҡорса сәләмләне

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин 17-се тапҡыр ҙур матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

Мәскәүҙең Манеж залында ойошторолған сарала 507 журналист ҡатнашты, ил етәксеһе 55 һорауға яуап бирҙе, осрашыу 3 сәғәт 56 минут дауамында барҙы, тип яҙа киң мәғлүмәт саралары.

Президентҡа һорау биреү бәхете Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллинаға ла тейҙе. Ул тәүҙә Владимир Путинды, конференцияла ҡатнашыусыларҙы башҡортса сәләмләне һәм 2024 йылда үтәсәк Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейын байрам итеү һәм уны финанслау мәсьәләһен күтәрҙе.

 Владимир Путин юбилей сараларына өҫтәмә финанслауҙы вәғәҙә итте.

«Саҡырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Килергә тырышырмын. Өфө Волга буйы төбәгендә иң матур урындарҙың береһе. Ул шулай уҡ Рәсәйҙә Ислам донъяһы үҙәктәренең береһе булды һәм шулай ҡала. Беҙ бушҡа ғына ҡаланы юбилейға әҙерләү буйынса махсус документ ҡабул итмәнек. Республика етәкселеге менән өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләрбеҙ. Бында өҫтәмә ресурстар кәрәкмәй, инфраструктураны, юл, социаль өлкәне, мәҙәниәтте үҫтереүгә бүленгән аҡсаны файҙаланырға һәм Өфө юбилейын лайыҡлы, матур итеп үткәрһен өсөн дөрөҫ тотонорға кәрәк. Өҫтәмә финанслау кәрәк булһа, тағы аҡса бүлербеҙ», - тип яуапланы президент.

Гөлназ Хәйбуллина президенттан Өфөлә хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеү мөмкинлеге тураһында ла һораны, сөнки ҡала «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән дан тота.

«Салауат Юлаев» - шәп команда. Донъя чемпионатына килгәндә, хәҙер яуап бирергә әҙер түгелмен. Был хаҡта уйларбыҙ», - тине Владимир Путин.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас