+15 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Декабря 2021, 06:28

Мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре менән осрашыу

Республика Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары, фестивалдәре еңеүселәре менән осрашты. Ул Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһында үтте.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре менән осрашыуМәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре менән осрашыу
Мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре менән осрашыу

Республика Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары, фестивалдәре еңеүселәре менән осрашты. Ул Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһында үтте.

Республика етәксеһе, осрашыу алдынан уҡыу кластары, хореография залдары, музей һәм учреждение ятағын ҡараны.

  • Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте менән бик ныҡ ғорурланабыҙ. Ауыл ерендә генә бөгөн 2 мең мәҙәниәт йорто эшләп килә. Рәсәйҙә башҡа ундай бер төбәк тә юҡ. Райондарға сыҡһам, ауыл клубтарында булырға тырышам. Унда йәштәр ҙә килә, айырыуса оло йәштәгеләр үҙҙәренең фольклор төркөмдәрен төҙөп, концерттар менән сығыш яһауы ҡыуандыра.

Радий Фәрит улы осрашыу барышында  Башҡорт опера һәм балет театрының Мәскәүҙә үткән премьераһы хаҡында ла билдәләне. Республиканың милли симфоник оркестры быйыл тәүге тапҡыр Санкт- Петербург ҡалаһының Мариин театрында сығыш яһаны. Башҡортостан артистары йыл һайын Мәскәүҙең ҙур майҙандарында концерт үткәрә. Шулай уҡ етәксе, ауыл клубтары хеҙмәткәрҙәрен дәүләт яҡлауы программаһына ла туҡталды.

  • Бөтә көс коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә йүнәлтелһә лә, беҙ ауыл клубтарын тотоп торған кешеләргә 500 мең күләмендә гранттар бүлергә ҡарар иттек.

Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы хаҡында һөйләп уҙҙы.  Шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йорттары мөдирҙәренең сығышы булды.

Башҡортостан Башлығының кәңәшсеһе Радий Юлъяҡшин  Радий Хәбировҡа “Яңы моң” проектына күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәтен еткерҙе. Төбәк етәксеһе “Яңы моң” һәм “Башҡорт йыры” проекттарын артабан дауам итеү кәрәклеген билдәләне.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас