+8 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Декабря 2021, 04:00

“Янғантау” геопаркына ЮНЕСКО сертификаты тапшырылды

22 декабҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның дөйөм йыйылышында ҡатнашты, тип белдерелә төбәк етәксеһенең рәсми сайтында.

“Янғантау” геопаркына ЮНЕСКО сертификаты тапшырылды“Янғантау” геопаркына ЮНЕСКО сертификаты тапшырылды
“Янғантау” геопаркына ЮНЕСКО сертификаты тапшырылды

22 декабҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның дөйөм йыйылышында ҡатнашты, тип белдерелә төбәк етәксеһенең рәсми сайтында.

Кәңәшмә Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров рәйеслегендә үткән. Республика өсөн сараның әһәмиәте шунда: Сергей Лавров “Янғантау” геопаркына ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы статусын биреү тураһында сертификат тапшырған.

Радий Хәбировтың сығышынан билдәле булыуынса, “Янғантау” геопаркының инфраструктураһын үҫтереү буйынса эштәр дауам итәсәк. Шулай уҡ алдағы ике йылда милли батырыбыҙ Салауат Юлаев иҫтәлегенә “Мәсетле” геологик музей комплексы һәм “Салауат ере” тарихи-мәҙәни комплексы төҙөләсәк. ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү өсөн “Башҡорт шихандары: Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау” тәбиғәт-геологик ҡомартҡыһының ғаризаһын әҙерләү өҫтөндә әүҙем эш бара.

“Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр” объектын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә әҙерләү тамамланған. Киләһе йылда “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы асылырға тейеш. Унда конференц-залдар, балалар ғилми үҙәге, заманса лабораториялар, киң һаҡлау фонды буласаҡ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас