

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика балалар гематологияһы һәм онкологияһы үҙәген төҙөй башлау барышы менән танышты. Үҙәк Республика балалар клиник дауахана территорияһында урынлашасаҡ. Ете ҡатлы был бинаны хирургия корпусына төкәтеп һаласаҡтар. Төҙөлөш милли проект сиктәрендә алып барыла. Ул 1,5 миллиард һумға баһалана.
Республика Хөкүмәте вице-премьеры, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин яңы үҙәктә онкология, гематология, елек күсереп ултыртыу, интенсив терапия, радиологик тикшереүҙәр, амбулатор-диагностика бүлектәре, лабораториялар буласағы хаҡында һөйләне.
Йыл һайын республикала 17 йәшкә тиклемге 130-лап балала яман шеш асыҡлана. Башҡортостанда диспансер күҙәтеүе аҫтында 850-нән ашыу бала тора.
Радий Хәбиров үҙәктең 2023 йылда тапшырылырға тейешлеген, уның республикаға бик кәрәк булыуын билдәләне. Һәм төҙөлөш барышын үҙе контролдә тотасағын белдерҙе.
Фото "Башинформ"дан алынды.