+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Декабря 2021, 10:48

Башҡорт ҡыҙы Аделина Заһиҙуллина алтын миҙал алған

Өфө ҡыҙы Аделина Заһиҙуллинаның еңеүҙәре бихисап: 2016 йылда команда беренселегендә донъя чемпионы, Европа чемпионы, I Европа уйындары еңеүсеһе һәм бронза призеры, 2020 йылда олимпия чемпионы исемдәрен яулаған ҡыҙ әле лә уңыштары менән яҡташтарын һөйөндөрә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт ҡыҙы Аделина Заһиҙуллина алтын миҙал алғанБашҡорт ҡыҙы Аделина Заһиҙуллина алтын миҙал алған
Башҡорт ҡыҙы Аделина Заһиҙуллина алтын миҙал алған

Өфө ҡыҙы Аделина Заһиҙуллинаның еңеүҙәре бихисап: 2016 йылда команда беренселегендә донъя чемпионы, Европа чемпионы, I Европа уйындары еңеүсеһе һәм бронза призеры, 2020 йылда олимпия чемпионы исемдәрен яулаған ҡыҙ әле лә уңыштары менән яҡташтарын һөйөндөрә. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, оҫта рапирасы яңыраҡ Смоленскиҙа үткән Рәсәй кубогында тәүгеләрҙән булып алтын миҙал яулаған.

Рәсәй Фехтование федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, төрлө төбәктән йыйылған 83 ҡатнашыусы араһында Заһиҙуллина иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән.

Пьедесталдың икенсе баҫҡысына Петербург вәкиле Александра Сундучкова күтәрелһә, өсөнсө урын Мәскәүҙән Светлана Трипалина менән Татарстандан Марта Мартьянова бирелгән.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас