

Бөгөн республика йортонда Радий Хәбиров кино режиссерҙары һәм сәнғәт өлкәһендә эшләүселәр менән осрашты. Унда киләһе йылдарға ижади пландар хаҡында һөйләшеү булды.Республика етәксеһе осрашыу буйынса үҙенең фекерҙәрен сәхифәһендә билдәләгән.
- Башҡортостанда бик һәләтле авторҙар һәм артистар йәшәй. Башҡорт режиссерҙарының “Беренсе республика”, “Өс таған”, “Һеңлекәш”, “Йыл ғаиләһе”, “Из Уфы с любовью” фильмдарын хәҙер төрлө тарафтарҙа яҡшы беләләр.Бөгөн йәнә киләһе йылдарға ижади пландар хаҡында фекер алыштыҡ. Һөйләшеүҙең бер серен асырға уйлайым. “Муха” студияһы менән берлектә “ Төнъяҡ амурҙары” тигән тулы метражлы йәнһүрәт төшөрөргә килештек. Анимация фильмының тарихы Ғәбит, Йомағужа, Ҡылысбай, Ихсан һәм Усман тигән геройҙарҙан башлана. Йәғни уларҙың шведтарға ҡаршы һуғышта ҡатнашыуы, унан ошо шәхестәрҙең вариҫтары француздарҙы еңгәне, немең илбаҫарҙарын тар- мар итеүе хаҡында бәйән итә. Йәнһүрәт геройҙары менән берлектә ожмах төйәге булған тыуған еребеҙ буйлап сәйәхәт итербеҙ.
Республика етәксеһе авторҙарҙың ризалығы менән буласаҡ фильмдың тизерын үҙенең сәхифәһенә һалған. Анимацияның тулы варианты 2022 йылдың октябрендә донъя күрәсәк.