+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Декабря 2021, 03:25

Бөгөн Президент Владимир Путин матбуғат конференцияһы үткәрә

Бөгөн, 23 декабрҙә, Рәсәй Президенты Владимир Путин менән ҙур матбуғат конференцияһы ойошторола. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн Президент Владимир Путин матбуғат конференцияһы үткәрәБөгөн Президент Владимир Путин матбуғат конференцияһы үткәрә
Бөгөн Президент Владимир Путин матбуғат конференцияһы үткәрә

Бөгөн, 23 декабрҙә, Рәсәй Президенты Владимир Путин менән ҙур матбуғат конференцияһы ойошторола. 

Иҫәп буйынса ул - 17-сеһе. Быйыл матбуғат конференцияһы Мәскәүҙең Манеж залында уҙғарыла, унда 500 журналист саҡырылған.

2020 йылда пандемия сараның форматына төҙәтмәләр индерҙе. Владимир Путин журналистар менән Яңы Огарево резиденцияһынан видеобәйләнеш аша аралашты. Ул саҡта матбуғат конференцияһы 4 сәғәт 29 минут барҙы, дәүләт башлығы 60 һорауға яуап бирҙе.

Ҙур матбуғат конференциялары ойоштороу 2001 йылдан даими сара булып тора. Ил етәксеһе уны тәүге президент мөҙҙәте ваҡытында индерҙе. Был журналистар менән иң ҡыҫҡа һөйләшеү булды, ул сәғәт ярымдан ашыу дауам итте. Сарала 400 журналист ҡатнашты, улар Рәсәйҙең иҡтисади һәм сәйәси үҫеше, Чечнялағы хәл, илдең халыҡ-ара берләшмәгә интеграцияһы тураһында 22 һорау бирҙе.

Автор:
Читайте нас