+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Декабря 2021, 13:24

Өфө уҡыусылары өҫ кейемһеҙ тышҡа йүгереп сығырға мәжбүр булған

22 декабрҙә Өфө мәктәптәре уҡыусыларына һәм студенттарға өҫ кейемһеҙ тышҡа йүгереп сығырға тура килгән. Быға уҡыу йорто биналарында янғын сигнализацияһы эшләп китеүе сәбәпсе булған. Мәғариф учреждениеларына тиҙ рәүештә ашығыс хеҙмәттәр саҡыртылған.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө уҡыусылары өҫ кейемһеҙ тышҡа йүгереп сығырға мәжбүр булғанӨфө уҡыусылары өҫ кейемһеҙ тышҡа йүгереп сығырға мәжбүр булған
Өфө уҡыусылары өҫ кейемһеҙ тышҡа йүгереп сығырға мәжбүр булған

22 декабрҙә Өфө мәктәптәре уҡыусыларына һәм студенттарға өҫ кейемһеҙ тышҡа йүгереп сығырға тура килгән. Быға уҡыу йорто биналарында янғын сигнализацияһы эшләп китеүе сәбәпсе булған. Мәғариф учреждениеларына тиҙ рәүештә ашығыс хеҙмәттәр саҡыртылған.

 

Тәүҙә Өфө дәүләт авиация техник университетының бар корпустарынан студенттар һәм хеҙмәткәрҙәр эвакуацияланһа, артабан шундай уҡ хәл 91-се гимназияла,  1-се лицейҙа, һуңынан 44-се, 41-се, 18-се, 126-сы, 5-се, 35-се мәктәптәрҙә һәм Өфө авиация техникумында ҡабатланған. Билдәле булыуынса, биналарҙа янғын сигнализацияһы яңғыраған — күбеһе өҫ кейемен, әйберҙәрен ҡалдырып,  тиҙ рәүештә урамға ашыҡҡан.  Аҙаҡ студенттарҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәргәндәр, мәктәп уҡыусыларын ата-әсәләре килеп алған.

Белем биреү учреждениеларына ашығыс хеҙмәттәр, эт менән кинологтар килгән. Ваҡиға сәбәптәре һаман асыҡлана.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас