

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә арналған сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе. Юбилей сараһы 2024 йылда уҙасаҡ. Кәңәшмәнең көн тәртибендә баш ҡала парктарын, скверҙарҙы, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, иҫтәлекле датаға кәрәкле, мөһим объекттарҙы проектлау һәм төҙөү мәсьәләһе тикшерелде.
Кәңәшмәлә Республика Башлығының ҡала мөхите һәм йәмәғәт урындарын үҫтереү һорауҙары буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова билдәләүенсә, ҡала биләмәләре 2022 йылдарға төҙөкләндерелә башлаясаҡ.
Төҙөкләндереү эше Өфөнөң тарихи урындарында ғына түгел, ә байтаҡ биләмәләрҙә, шул иҫәптән Дим биҫтәһе, Орджоникидзе районының Нефтехимиктар паркы, Инорстағы “Теплое” күле буйында ла алып барыласаҡ.
Ҡайһы бер объекттарҙа эштәр аҙағына етеп килә. Мәҫәлән “Дан” бульварындағы сквер “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы төҙөкләндерелә. Башҡа объекттарҙың төҙөлөшө Республика адреслы инвестиция программаһы, муниципаль бюджеттар һәм бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә төҙөлә.