-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Декабря 2021, 12:32

Дауаханала ятыусыларҙың күпселеге – өләсәй һәм олатайҙар

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 118 723. Тәүлек эсендә тағы ла 456 ауырыу өҫтәлгән. Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 254 сырхау ковидтан дауалана, шуларҙың 177-һе – 60 йәштән өлкәнерәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Дауаханала ятыусыларҙың күпселеге – өләсәй һәм олатайҙарДауаханала ятыусыларҙың күпселеге – өләсәй һәм олатайҙар
Дауаханала ятыусыларҙың күпселеге – өләсәй һәм олатайҙар

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 118 723. Тәүлек эсендә тағы ла 456 ауырыу өҫтәлгән. Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 254 сырхау ковидтан дауалана, шуларҙың 177-һе – 60 йәштән өлкәнерәк. 94 яҡташыбыҙҙың хәле ауыр, алтауһын табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булған.

 Вирусҡа ул тиклем ныҡ бирешмәгән 6 472 кеше өйөндә дауалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, афәтле сир һуңғы тәүлектә 25 сырхауҙың ғүмерен өҙгән.

Республикала дауахананан тыш пневмония осраҡтары кәмеүе күңелгә йылы өҫтәгәндәй итә. Үткән тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы 46 ауырыуҙа асыҡланған, 91 кеше, унан һауығып, стационарҙан ҡайтҡан.

 Бөгөнгө көнгә ҡарата ковидҡа ҡаршы вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 1 978 261 (прививка яһатырға тейешле халыҡтың 79,6 проценты).

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас