+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Декабря 2021, 03:35

Башҡортостан Башлығы “Теләктәр шыршыһы” акцияһын башланы

Кисә Радий Хәбиров республикала “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһына старт бирҙе. 

Башҡортостан Башлығы “Теләктәр шыршыһы” акцияһын башланыБашҡортостан Башлығы “Теләктәр шыршыһы” акцияһын башланы
Башҡортостан Башлығы “Теләктәр шыршыһы” акцияһын башланы

Кисә Радий Хәбиров республикала “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһына старт бирҙе.

Был хәйриә проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән 2019 йылдан бирле үтә. Уның асылы шунда: һәр кем, Елкажеланий.рф порталында теркәлеп, акцияла ҡатнашыусыларға – етем балаларға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге сабыйҙарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле һәм ҡаты сирле кешеләргә Яңы йыл бүләге яһай ала.

Башҡортостанда проектҡа тәүге көндә республика Хөкүмәте ағзалары, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, артистар – йәмғеһе 531 кеше ҡушылды.

Республика Башлығы Яңы йыл ағасынан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған дүрт шыршы шарын алды. Яҙыуҙарҙан асыҡланыуынса, Шишмә районынан 11 йәшлек Евгений Буданов – велосипед, Өфөнән 8 йәшлек Нияз Ҡәйүмов – квадрокоптер тураһында, Өфөнән 15 йәшлек Данил Ларуков поезд машинисы булырға хыяллана икән. Ейәнсура районынан 11 йәшлек Элина Ямағолова иһә Өфө ипподромында һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе алырға теләк белдергән.

Яңы йыл теләктәре тормошҡа ашыусан бит ул.

Автор:
Читайте нас