+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Декабря 2021, 04:05

Бөгөн матбуғатҡа яҙылыуҙың һуңғы көнө

2022 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамлана.

Бөгөн матбуғатҡа яҙылыуҙың һуңғы көнөБөгөн матбуғатҡа яҙылыуҙың һуңғы көнө
Бөгөн матбуғатҡа яҙылыуҙың һуңғы көнө

2022 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамлана.

Беҙҙең халыҡта, ашап туймағанды, ялап туймаҫһың, тип әйтергә яратһалар ҙа, хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр, әхирәттәр, ағинәйҙәр, милли баҫмалар яҙмышына битараф булмаған ҡәрҙәштәребеҙ, һеҙгә тағы бер тапҡыр мөрөжөғәт итәбеҙ. Әгәр төрлө сәбәптәр арҡаһында әле лә “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылмаған булһағыҙ, почта бүлексәһенә ашығығыҙ – бөгөн гәзит-журналдарға яҙылыуҙың һуңғы көнө.

Шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр: барыбыр ҙә бөгөн яҙыла алмаһағыҙ, февралдән, марттан һәм башҡа айҙарҙан да алдыртып уҡый алаһығыҙ беҙҙең журналды.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналына ярты йылға яҙылыу хаҡы – 643 һум 50 тин.

Бергә булдыҡ, Яңы 2022 йылда ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас