+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Декабря 2021, 12:10

Ковидты асыҡлау буйынса бөтәһе 5 миллиондан ашыу тест уҙғарылған

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың йәмғеһе 118 267 осрағы теркәлгән. Аҙаҡҡы тәүлектә инфекция 484 ауырыуҙа раҫланған. Пандемия башланған алып коронавирусты асыҡлау буйынса республика лабораторияларында барлығы 5 118 903 тест уҙғарылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковидты асыҡлау буйынса бөтәһе 5 миллиондан ашыу тест уҙғарылғанКовидты асыҡлау буйынса бөтәһе 5 миллиондан ашыу тест уҙғарылған
Ковидты асыҡлау буйынса бөтәһе 5 миллиондан ашыу тест уҙғарылған

Бөгөн Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирусҡа бәйле хәл буйынса брифинг булып үтте. Уны республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин уҙғарҙы.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың йәмғеһе 118 267 осрағы асыҡланған. Аҙаҡҡы тәүлектә инфекция 484 ауырыуҙа раҫланған.

Бөгөнгө көндә 262 сырхау стационарҙарҙа ковидҡа ҡаршы көрәшә. Шуларҙың 94-е ауыр хәлдә, алтауһы яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Сирҙе сағыштырмаса еңел кисереп, амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 6 516.

Тәүлек эсендә 489 яҡташыбыҙ, сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан. Вирусты еңеүгә өлгәшеүселәр – 107 973.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зәһәр сир ҡорбандары көн һайын арта бара. Үткән тәүлектә 21 үлем осрағы теркәлгән. Ковидтан вафат булыусыларҙың дөйөм һаны – 4 193, шуларҙың 3 790-ы – 60 йәште уҙған өләсәй һәм олатайҙар.

 Максим Забелин коронавирусты асыҡлау буйынса республика лабораторияларында барлығы 5 118 903 тест уҙғарылыуын әйтеп үтте.

Әлеге ваҡытта мәкерле ауырыуға ҡаршы вакцинаның беренсе  компонентын яһатыусылар – 2 142 049 ( прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың 86,2 проценты), икенсе компонентын да эшләтеп, вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 1 968 444 (прививка яһатырға тейешлеләрҙең 79,2 проценты).

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас