+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Декабря 2021, 04:31

Ковидҡа ҡаршы вакцина прививкалар календарына индерелде

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы профилактик прививкаларҙың милли календарын һәм эпидемиологик күрһәтмәләр буйынса, шул иҫәптән коронавирустан, прививкалар календарын раҫланы. Был турала ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында баҫылып сыҡты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковидҡа ҡаршы вакцина прививкалар календарына индерелдеКовидҡа ҡаршы вакцина прививкалар календарына индерелде
Ковидҡа ҡаршы вакцина прививкалар календарына индерелде

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы профилактик прививкаларҙың милли календарын һәм эпидемиологик күрһәтмәләр буйынса, шул иҫәптән коронавирустан, прививкалар календарын раҫланы. Был турала ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында баҫылып сыҡты.

Документҡа ярашлы, коронавирусҡа ҡаршы вакцинация 60 йәшлек һәм унан өлкән кешеләр, медицина, мәғариф һәм социаль өлкәләрҙә эшләүселәр, социаль учреждениеларҙа йәшәүселәр, хроник ауырыуҙарҙан яфаланыусылар, шулай уҡ халыҡ һаны миллиондан артып киткән ҡалаларҙа йәшәүселәр өсөн мотлаҡ иҫәпләнә.

12 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға ковидҡа ҡаршы вакцинаны ирекле рәүештә – ата-әсәһенең береһенең йәки законлы вәкиленең яҙма ғаризаһы буйынса ғына яһарға мөмкин, тиелә документта.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас