+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Декабря 2021, 11:07

БДУ студенттары лауреат булды

Башҡортостан студенттары Рәсәй юғары уҡыу йорттары араһында “ Йыл студенты- 2021” премияһы лауреаттары булды. Уның йомғағы Мәскәүҙә яһалды. Был - Рәсәй йәштәре берлеге һәм “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының берлектәге проекты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

БДУ студенттары лауреат булдыБДУ студенттары лауреат булды
БДУ студенттары лауреат булды

Башҡортостан студенттары Рәсәй юғары уҡыу йорттары араһында “ Йыл студенты- 2021” премияһы лауреаттары булды. Уның йомғағы Мәскәүҙә яһалды. Был - Рәсәй йәштәре берлеге һәм “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының берлектәге проекты.

“Йыл студенты” Рәсәй милли премияһы ил студенттары өсөн бик абруйлы мәғариф проекты. Ул уҡыуҙа, спортта, ижади һәм йәмәғәт эшендә айырым ҡаҙаныштарға ирешкән студенттарға тапшырыла. Быйыл барлығы 75 төбәктән 8 мең студент дәғүә иткән. Ә финалға 600 студент сыҡҡан.

 Премия тапшырыу сараһы “Һәр кем өсөн социаль лифт” федераль проекты  “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла. Бөгөн күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы сикләү арҡаһында премия тапшырыу  форматының ниндәй булыры ла билдәһеҙ булған. Шуға күрә еңеүселәр бәйләнештә селтәрендәге “Йыл студенты” төркөмөндәге тура трансляция ваҡытында иғлан ителгән.  “Йыл студент медиаһы” номинацияһында БДУ-ның “ ProfcomMedia” медиа берекмәһе лауреат булған. Был команда юғары уҡыу йортоноң бөтә мөһим хәл – ваҡиғаларын, тормошон яҡтыртыу, студенттарға мәғлүмәттәр еткереү менән шөғөлләнә.

Әйтергә кәрәк, медиакоманда “Рәсәй студент яҙы” Бөтә Рәсәй фестивалендә “журналистика” йүнәлешендә ике номинацияла махсус приз  яулаған.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас