

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, «Алға» махсус иҡтисади зонаһында тәүге ике предприятиены асыу тантанаһынан һуң, ағымдағы йыл һөҙөмтәләрен барлап, коронавирустан һуң республиканың иҡтисади хәле яҡшырыуы хаҡында белдерҙе.
«Был үтә мөһим. Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда ун ай эсендә етештереү индексы 104,5 процентҡа еткән. Моғайын, беҙ йыл аҙағына тиклем ошо күрһәткескә тағы ла биш процент өҫтәрбеҙ. Был бик яҡшы һөҙөмтә», – тип билдәләне төбәк Башлығы.
Шулай уҡ статистика мәғлүмәттәре инвестицияларҙың тотороҡло үҫешен күрһәтә, тине Радий Хәбиров.
«Йылды ысынлап та лайыҡлы тамамлайбыҙ. Һуңғы өс йылда беҙ инвестициялар йәлеп итеү менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләндек. Ул беҙҙең өсөн өлгәшә алмаҫтай тойолған юғары маҡсат ине. Уҙған аҙнала беҙ 100-сө юбилей «Инвестсәғәт»те үткәрҙек. Өҫтәлмә инвестициялар йәлеп итеү буйынса эште беҙ артабан да туҡтатмаясаҡбыҙ. Бөгөн иң мөһиме – хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу йүнәлешендә эш алып барыу. Был, әлбиттә, һәйбәт эш хаҡы, социаль яҡлау, ихтирам. Шуға мин Республика Хөкүмәтенә яраҡлы программа әҙерләргә ҡуштым», – тине Башҡортостан Башлығы.
Фото «Башинформ»дан алынды.