+23 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Декабря 2021, 14:01

Яңы йылға тиклем ковидҡа ҡаршы указға үҙгәрештәр индерелмәйәсәк

Яңы йылға тиклем республикала коронавирусҡа ҡаршы указға бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр индерелмәй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың докладынан һуң ошо хаҡта белдерҙе.

Яңы йылға тиклем ковидҡа ҡаршы указға үҙгәрештәр индерелмәйәсәкЯңы йылға тиклем ковидҡа ҡаршы указға үҙгәрештәр индерелмәйәсәк
Яңы йылға тиклем ковидҡа ҡаршы указға үҙгәрештәр индерелмәйәсәк

Яңы йылға тиклем республикала коронавирусҡа ҡаршы указға бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр индерелмәй. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндың докладынан һуң ошо хаҡта белдерҙе.

Шулай уҡ ул һаулыҡ һаҡлау министрына һәм Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казакка коронавирустың «омикрон» штамы таралыуға бәйле хәлде контролдә тоторға ҡушты.

Коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинацияға килгәндә, әлеге темп һаҡланһа, республика февраль баштарында уҡ коллектив иммунитет булдырыуға өлгәшергә мөмкин, тине Радий Хәбиров.

20 декабргә Башҡортостанда 2 133 517 кеше, йәғни прививка яһатырға тейешле халыҡтың 86 проценты вакцинаның беренсе компонентын ҡаҙатҡан. Ә 1 955 796 кеше — прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 76 проценты вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

Ошо көндәрҙә коронавирус буйынса оператив штаб ултырышы буласаҡ, унда чиновниктар район-ҡалаларҙа вакцинация барышын өйрәнәсәк, тип билдәләне республика етәксеһе.

Максим Забелин мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә коронавирус менән ауырыу уҙған аҙна менән сағыштырғанда 13% кәмегән. 20 декабргә ҡарата республикала сир йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 117 783 кеше тәшкил иткән, 490 осраҡ һуңғы тәүлектә асыҡланған.

Әле ете меңләп кеше коронавирустан дауалана, уларҙың 6 535-е – өйҙә, 269-ы – стационарҙа.

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас