-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Декабря 2021, 10:59

Ҙур юғалтыу хаҡында хәбәр итте Республика Башлығы

Республика Медицина палатаһына нигеҙ һалыусы һәм уның рәйесе Дамира Сабирйәнованың ваҡытһыҙ арабыҙҙан китеүе ныҡ тетрәтте, тип белдерҙе Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҙур юғалтыу хаҡында хәбәр итте Республика БашлығыҘур юғалтыу хаҡында хәбәр итте Республика Башлығы
Ҙур юғалтыу хаҡында хәбәр итте Республика Башлығы

Республика Медицина палатаһына нигеҙ һалыусы һәм уның рәйесе Дамира Сабирйәнованың ваҡытһыҙ арабыҙҙан китеүе барыһын ныҡ тетрәтте, тип белдерҙе Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

“Уға әле йәшәргә лә йәшәргә ине. Ныҡ йәл, ҙур ҡайғы был. Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртып ҡороу өсөн көрәшкән иң әүҙем етәкселәрҙең береһе ине. Беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу. Бик, бик үкенесле. Ул беҙҙең яҡты хәтерҙә ҡаласаҡ», — тип хәбәр итте төбәк Башлығы.

Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры кәңәшсеһе, медицина фәндәре кандидаты, доцент, балалар хирургы Дамира Шәрифйән ҡыҙы пациенттарҙы сифатһыҙ дауалауға һәм табип хаталарына ҡаршы көрәшә, медицина хеҙмәткәрҙәрен ғәҙелһеҙлектән яҡлау буйынса оҙаҡ йылдар ҙур эшмәкәрлек алып бара.

2010 йылда мәшһүр табип Башҡортостандың Милли медицина палатаһы етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнә һәм һуңғы көнөнә тиклем шунда етәкселек итә.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы ла мәрхүмәнең туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас