+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Декабря 2021, 04:10

"Шыршы" – 100 автомобилдән!

Яңы йыл байрамы алдынан төрлө саралар үтеп тора.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Шыршы" – 100 автомобилдән!"Шыршы" – 100 автомобилдән!
"Шыршы" – 100 автомобилдән!

Яңы йыл байрамы алдынан төрлө саралар үтеп тора.

Өфөнөң Октябрь районында йәшәүсе автоһәүәҫкәрҙәр, мәҫәлән, Яңы йыл флешмобына ҡушылып, ғәйәт ҙур "автошыршы" уттарын тоҡандырған. Был турала Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итәләр.

Автоһәҫкәрҙәр машиналарын шыршы рәүешендә теҙгән һәм фараларын, авария сигнализацияларын ҡабыҙған. Флешмобҡа шулай уҡ Татарстан, Силәбе, Ырымбур өлкәһенән һәм Пермь крайынан да теләүселәр ҡатнашҡан.

“Беҙҙең маҡсат - Өфөгә Яңы йыл кәйефе бүләк итеү”, - ти ойоштороусылар.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас