+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Декабря 2021, 14:40

Ойошманы 90 көнгә тиклем ябып тороуҙары ихтимал

20 декабрҙән Роспотребнадзор белгестәре Башҡортостан предприятиеларында республика баш дәүләт санитар табибының ҡайһы бер тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен мотлаҡ вакцинациялау хаҡындағы ҡарары нисек үтәлеүен тикшерә башлай.

Ойошманы 90 көнгә тиклем ябып тороуҙары ихтималОйошманы 90 көнгә тиклем ябып тороуҙары ихтимал
Ойошманы 90 көнгә тиклем ябып тороуҙары ихтимал

20 декабрҙән Роспотребнадзор белгестәре Башҡортостан предприятиеларында республика баш дәүләт санитар табибының ҡайһы бер тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен мотлаҡ вакцинациялау хаҡындағы ҡарары нисек үтәлеүен тикшерә башлай. Был турала Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Мәҫәлән, был аҙнаға 40 рейд планлаштырылған.

Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: эш биреүселәр, ошо ҡарарға ярашлы, вакцина ҡаҙатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләштереү хоҡуғына эйә һәм был осраҡта хеҙмәт хаҡы һаҡланмаясаҡ. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, ҡарар талаптарын боҙған ойошмаларға ҡарата административ саралар күреләсәк, предприятие эшмәкәрлеген 90 көнгә хәтлем ваҡытлыса туҡтатып тороуҙары ихтимал.

11 ноябрҙә Анна Казак сәнәғәт, төҙөлөш һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен дә мотлаҡ вакцинациялау тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. 30 декабргә тиклем был өлкәләрҙә эшләүселәрҙең кәмендә 80 проценты прививка яһатырға тейеш. Был тармаҡтар ойошмаларын тикшереү 30 декабрҙән башланасаҡ һәм яңы йыл байрамдары осоронда ла дауам итәсәк.

Радий Хәбиров тикшереүҙәрҙе уҙғарыуға бик етди һәм яуаплы ҡарау кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас