2022 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды.
Хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр, әхирәттәр, ағинәйҙәр, милли баҫмалар яҙмышына битараф булмаған ҡәрҙәштәребеҙ! Глобалләштереү киң ҡолас ала барған, телевизорҙан бер туҡтауһыҙ күрһәтелгән йәнһүрәттәр йоғонтоһонда сабыйҙарыбыҙҙың теле русса асылған, туған телебеҙгә быға тиклем күрелмәгән ысын мәғәнәһендә ҙур ҡурҡыныс янаған бер мәлдә, әйҙәгеҙ, һәр ғаиләлә башҡорт мөхите булдырайыҡ, бының өсөн иң элек милли баҫмаларҙы алдырайыҡ!
“Башҡортостан ҡыҙы” – республикала сыҡҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналы, бай традициялы үҙенсәлекле баҫма. Уның биттәрендә “Арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ”, “Әсәйҙәр һәм ҡыҙҙар”, “Яҙмыштарҙан көслөрәк”, “Аһ, был ҡатын-ҡыҙ!” һәм башҡа рубрикалар аҫтында ил инәләре, заман һылыуҙары, үҙ һөнәре оҫталары, яҙмыш һынауҙары аша үтеп, үҙ бәхетен тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар тураһында, мауыҡтырғыс башҡа темаларға мәҡәләләр таба алаһығыҙ.
Республика баҫмаларына яҙылғандар өсөн беҙҙең редакция һәм “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ҡиммәтле бүләктәр әҙерләгән.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналына ярты йылға яҙылыу хаҡы – 643 һум 50 тин.
Әгәр һаман да журналға яҙылмаған булһағыҙ, почта бүлексәһенә ашығығыҙ!
Бергә булдыҡ, Яңы 2022 йылда ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!