+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Декабря 2021, 11:04

Боҙ ҡаласыҡтары рәсми асыла

Бөгөн Өфөнөң үҙәк майҙандарында ике боҙ ҡаласығы рәсми рәүештә асыласаҡ. Шул уңайҙан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу  һәм әкиәт персонаждары ҡатнашлығындағы байрам саралары Ленин һәм Салауат Юлаев майҙанында уҙасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Боҙ ҡаласыҡтары рәсми асылаБоҙ ҡаласыҡтары рәсми асыла
Боҙ ҡаласыҡтары рәсми асыла

Бөгөн Өфөнөң үҙәк майҙандарында ике боҙ ҡаласығы рәсми рәүештә асыласаҡ. Шул уңайҙан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу  һәм әкиәт персонаждары ҡатнашлығындағы байрам саралары Ленин һәм Салауат Юлаев майҙанында уҙасаҡ.

Быйыл Ленин майҙанына 35 метрлыҡ шыршы ағасы ултыртылған. Ул баш ҡалаға Благовещен районынан килтерелгән. Ҡаласыҡҡа килеүселәрҙе яңы йыл  һандарының конструкцияһы, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡаршы аласаҡ.

Салауат Юлаев майҙанында йылдағыса традицион мультипикселле шыршы ҡуйылған. Уның бейеклеге - 32 метр. Боҙ ҡаласығын утлы диодлы конструкциялар һәм фонтанды ҡурай формаһындағы байрамса иллюминация биҙәй.

 Боҙ ҡаласығын асыу тантанаһы 17 сәғәткә билдәләнгән.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас