+14 °С
Облачно


Төндә юлға сыҡҡан аттар водителдәр өсөн ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра.
Кисә кис Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлының 57-се саҡрымында «Лады Гранта» автомашинаһы өйөр менән юлға сыҡҡан аттарҙы бәрҙерә. Руль артында 26 йәшлек водитель була.
Юл-транспорт һәләкәте һөҙөмтәһендә водитель үҙе, 24 йәшлек ҡыҙ һәм 16 йәшлек уҡыусы бала тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Ике ат шул урында йән биргән.
Дәүләт автоинспекцияһы инспекторҙары юл-транспорт ваҡиғаһына алып килгән сәбәптәрҙе асыҡлай.